+8 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
29 Ноябрь 2021, 22:35

Ё - хәрефе тураһында

* * * Әйткәндәй, бөгөн 29 ноябрь, рус алфавитына Ё хәрефе индерелгән көн. 1783 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының тәүге ултырыштарының береһендә княгиня/кенәз ҡатыны Екатерина Романовна Дашкова ИО хәрефтәре урынына Ё хәтефен ҡулланырға тәҡдим итә. Шағир һәм дәүләт эшмәкәрлеге Гаврии Державин беренселәрҙән булып яңы хәрефте яҙған хаттарында ҡуллана башлай.

Ё - хәрефе тураһында
Ё - хәрефе тураһында



Әммә киң йәмәғәтселеккә уны тарихсы, яҙыусы Николай Карамзин билдәле итә. 1797 йылда Николай Михайловичтың яңы шиғыры баҫтырылып сыға. Шунда ул “слёзы” һүҙендә Ё аша яҙа. Тап шул мәлдән яңы хәреф даими ҡулланыла башлай.

Әлеге ваҡытта Ё хәрефе урынына Е яҙыу осраҡтары күҙәтелә. Был күренеште хата тип тә танымайҙар. Әммә Рәсәйҙә 1942 йылда ғәмәлгә

ингән уҡытыу программаһы менән бәйле документ бар. Уға ярашлы һүҙҙәрҙең мәғәнәһен һаҡлар өсөн Ё хәрефен мәктәп практикаһында ҡулланыу мотлаҡ. Уйлап ҡараһаң, ысынлап та, ПОЕМ һәм ПОЁМ, мәҫәлән, - ике төрлө нәмәне аңлата.

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: