Ҡуяндар йыртҡыс ҡоштарға ла ҡаршы тора. Улар арҡаларына яталар ҙа арт аяҡтары менән тибешәләр. Һөжөм итеүсенең күкрәген яра, ҡабырғаһын һындыра алалар. Ҡуяндар һуғышты үҙҙәре башламай. Аҙ ғына ҡурҡыныстан да ҡасалар. Ҡуяндарҙың күҙҙәре ҡабарынҡы. Улар тирә-яҡты яҡшы күрәләр. Алға ла, артҡа ла ҡарай алалар.Йыртҡыстарҙан ҡасҡанда, ҡуян тик артҡа ҡарай. Шунлыҡтан юлына тап булған икенсе йыртҡысҡа эләгә.