+24 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
20 Ноябрь 2021, 14:20

ҠЫШТЫ КЕМ НИСЕК ҮТКӘРӘ

* * *  Буранлы ҡыш етте. Бөтә ерҙе мамыҡ кеүек ап-аҡ ҡар ҡапланы. Урмандағы кейектәргә һәм ҡоштарға ауыр көндәр килде. 

ҠЫШТЫ КЕМ НИСЕК ҮТКӘРӘ
ҠЫШТЫ КЕМ НИСЕК ҮТКӘРӘ
 
Ҡыш айыу менән терпе үҙ өңдәрендә йоҡлайҙар. Төлкөләр, бүреләр аҙыҡ эҙләй, урман һәм ҡырҙарҙа йөрөйҙәр. Ҡуянды дошмандарынан аҡ төҫө, оҙон ҡолаҡтары, үткер күҙҙәре һәм йүгерек аяҡтары һаҡлай.  Мышылар ҡышын ағас ҡайыры менән туҡлана, үлән, мүк соҡоп ашай. Ҡорҙар, һуйырҙар ҡышын ҡар аҫтында йәшәйҙәр. Ҡыҙылтүштәр, ҡарабаш турғайҙар  кеше йәшәгән ерҙәргә яҡыныраҡ киләләр. Иртәнән кискә тиклем урманда тумыртҡа туҡылдауы ишетелә.
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: