+24 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
18 Ноябрь 2021, 18:03

Ишембай ҡалаһы

* * *  Ишембай элек бәләкәй генә ауыл булған. Ошо ауыл эргәһендә  1932 йылда нефть урғылды. Ауылдың даны бөтә республикаға таралды.  Ишембай ауылы  1940 йылда ҡалаға әүрелде.

Ишембай ҡалаһы
Ишембай ҡалаһы
Бында  1936  йылда төҙөлгән  Башҡортостандағы беренсе нефть эшкәртеү заводы  эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембайҙа машиналар төҙөү заводы һалынды. Унда эшләнгән машиналар төрлө ҡалаларға һәм сит илдәргә ебәрелә. Ишембайҙағы кизе-мамыҡ  комбинаты ла күптәргә билдәле. Бында яңы заводтар, Мәҙәниәт һарайҙары, кинотеатрҙар, мәктәптәр төҙөлдө. Күп милләтле халыҡ дуҫ һәм татыу йәшәй. 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: