+29 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
13 Ноябрь 2021, 10:50

Миҙгелдәр. НОЯБРЬ

* * *  Ноябрь - көҙҙөң һуңғы айы. Иртәнсәк һәм кистәрен бик һыуыҡ була. Көслө елдәр иҫә. Ел ағастарҙың һуңғы япраҡтарын ҡоя. Ҡар төшкәнгә тиклем, төндәр бик ҡараңғы була. Күлдәр һәм быуалар боҙ менән ҡаплана.

Миҙгелдәр.  НОЯБРЬ
Миҙгелдәр. НОЯБРЬ

 

  Ноябрҙә һуңғы өйрәктәр көньяҡҡа китеп бөтә. Сөнки, күлдәр туңғас, улар үҙҙәренә ем таба алмайҙар.  Баҡсаларҙа, өй тирәләрендә ҡыҙылтүштәр күбәйә. Улар миләш емештәре менән туҡланалар.  Ноябрь аҙағында баҫыуҙарҙы, яландарҙы ҡар ҡаплай. Ҡоштарға ем табыуы ауырлаша. Ҡоштар ҡауын, ҡарбуз орлоҡтарын, көнбағышты яраталар. Һеҙ уларҙы әҙерләнегеҙме?
Дуҫлыҡ - ауыр саҡта һынала!  Дуҫтарығыҙға ярҙам ҡулығыҙҙы һуҙығыҙ! Улар һеҙҙең иғтибарға мохтаж.
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: