+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
12 Ноябрь 2021, 12:14

ҠАЙЫН АҒАСЫ

* * *  Беҙҙән өй аша ғына йәшәгән урмансы  Әхәт бабайҙың белмәгәне юҡ. Әле бөгөн дә, “Тәбиғәтте өйрәнеү” фәненән, уҡытыусым ҡайын ағасы тураһында мәғлүмәт яҙып алып килергә ҡушҡас, күп тә уйлап тормай уға йүгерҙем.

ҠАЙЫН АҒАСЫ
ҠАЙЫН АҒАСЫ

 

-Һаумыһығыҙ, бабай, хәлдәрегеҙ нисек? – тип,  итәғәтле итеп хәл-әхүәлен һорашҡас, йомошомдо йомошланым. Урман тураһында һөйләргә ярата ул.

-Ҡайын республикабыҙҙың бөтә райондарындала үҫә. Ул матурлығы менән кешеләрҙе һоҡландыра, - тип башланы ул һүҙен.

Ҡайын ағасының олоно  таҡта ярыу өсөн ярамай, сөнки ул бик ҡаты. Шуға күрә ҡайындан арбалар өсөн күсәр, сана табандары яһайҙар. Фанераның яң яҡшы сорттары ла ҡайындан эшләнә. Ҡайын туҙынан төрлө тырыздар, сумкалар, матур һауыттар эшләйҙәр. Ҡайындың тамырынан иҫ киткес нәфис биҙәү әйберҙәре эшләнә. Бөрөләре төрлө дарыуҙар эшләү өсөн файҙаланыла. Бөрөлөрҙе ҡайын сәскә атҡансы йыйырға кәрәк. Ҡайындың дегете лә ҡайһы бер дарыуҙарға ҡушыла. Япраҡтарынан буяу алалар. Ҡайындың һыуы ла бик файҙалы. Уны эсәләр һәм унан шәкәр яһайҙар. Шулай уҡ ҡайын ҡиммәтле яғыулыҡ булып та һанала. Уның күмерен тимерҙең таҙа сорттарын иретеп алыу өсөн ҡулланалар.

Мунсала ҡайын, имән миндеге менән сабыныу ҙур ләззәт бирә. Сабыныуҙың һаулыҡ өсөн файҙаһы  ҙур.

Беҙҙең яҡтарҙың даны, матурлығы булған ҡайын ағасы – бик файҙалы икән.  Әхәт бабайға рәхмәт әйтеп, ишеткән-белгәндәремде тиҙ генә дәфтәремә яҙып ҡуйырға ашыҡтым.

 

(Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.)

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: