-1 °С
Облачно
VK
Былар ҡыҙыҡлы
10 Ноября 2021, 08:13

ҺЫУ ТУРҒАЙЫ

( Обыкновенная оляпка) Һыу турғайҙары беҙҙә ҡышлай.  Ҡыш көнө туңмай торған тау йылғалары буйында уларҙы йыш  осратаһың. Һыу турғайы - сыйырсыҡ ҙурлығындағы ҡош.

Добавить в предпочтительные источники Google
ҺЫУ ТУРҒАЙЫҺЫУ ТУРҒАЙЫ
ҺЫУ ТУРҒАЙЫ

 

Ул ҡара төҫтә, ләкин уның муйыны һәм түше аҡ төҫтә була. Ҡойроғо бик ҡыҫҡа.  Һыу турғайҙары Башҡортостанда Ағиҙел, Ҡариҙел, Инйәр йылғалары буйында күп осрай. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа был ҡоштар бик интегәләр. Был ваҡыт сылтырап аҡҡан тау йылғалары туңа, уларҙы ҡар баҫа. Турғайҙар өсөн аҙыҡ та, һыу ҙа бөтә. Улар күпләп һәләк булалар. Турғайҙарға ҡыш көнө ярҙам итергә кәрәк. Бының өсөн йылғаларҙа мәкеләр уйырға, тағараҡтарға ем һибергә кәрәк.
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас