+24 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
21 Октябрь 2021, 15:35

Светофор ҡасан барлыҡҡа килгән?

Беренсе светофор ҡыҙыл һәм йәшел быялалы ике газ лампаһынан тора...

Светофор ҡасан барлыҡҡа килгән?
Светофор ҡасан барлыҡҡа килгән?

XIX быуаттың икенсе яртыһында ат экипаждары менән бер рәттән, юлдарҙа беренсе автомобилдәр күренә башлағас, транспорт сараларының хәрәкәтен яйға һалырға кәрәк була. Беренсе светофорҙы Лондонда Парламент ҡаршыһындағы майҙанға 1868 йылдың декабрендә инженер-механик Джордж Найт ҡуя. Ҡыҙыл һәм йәшел быялалы ике газ лампаһы ҡараңғыла янып, парамент ағзаларына юлды аша сығырға ярҙам итә. Әммә техника мөғжизәһенең ғүмере ҡыҫҡа була. Ул 4 аҙнанан һуң шартлай. Шуның арҡаһында полицейский һәләк булғас, Найттың был яңылығы бер аҙ онотолоп тора.

1914 йылда ғына Американың Кливленд, Нью-Йорк һәм Чикаго ҡалаларында ҡыҙыл һәм йәшел сигналлы электр светофорҙары күренә башлай, 1918 йылда Нью-Йоркта тәүге өс төҫлө “регулировщик” ҡуйыла. Рәсәйҙә беренсе светофор 1930 йылдың 15 ғинуарында Ленинградта, ә шул йылдың 30 декабрендә Мәскәүҙә барлыҡҡа килә.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: