+23 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
6 Октябрь 2021, 14:42

ГЛОБУС ҠАСАН БАРЛЫҠҠА КИЛГӘН?

Антик яҙыусылар әҫәрҙәрендә б.э. тиклемге II быуатта уҡ Кратес глобусы булғанлығы иҫкә алына. Ләкин ул һаҡланмаған...

ГЛОБУС ҠАСАН БАРЛЫҠҠА КИЛГӘН?
ГЛОБУС ҠАСАН БАРЛЫҠҠА КИЛГӘН?

Беренсе географик глобусты 1492 йылда географ М. Бехайм яһай. Ул хәҙерге Нюренбергта һаҡлана. XVII һәм XVIII быуаттарҙа алыҫҡа йөҙә торған караптар был глобусты үҙҙәре менән ала торған булған. Ә инде диңгеҙ карталары һәм лоцийҙары барлыҡҡа килгәс, ул үҙенең әһәмиәтен яйлап юғалта. Ләкин шул уҡ  ваҡытта мәктәптәрҙә, күргәҙмә әсбап булараҡ, киң ҡулланыла башлай. 

XVIII быуат урталарында Петербургтың Фәндәр академияһы ла географик глобустар эшләп сығара башлай. 

Даниялағы Силькеборг ҡалаһында донъялағы иң ҙур глобус һаҡлана. Башта ул газ резервуары булып хеҙмәт итә, ә 1936 йылда инде рәссам Оге Хаструп был шар өҫтөнә ерҙең географик картаһын яһай. 

Ғаилә календарынан.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: