0 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
29 Сентябрь , 09:53

САМАУЫР ТАРИХЫ

Урыҫ самауыры тип йөрөтөлгән сәй ҡайнатыу ҡорамалының Рәсәйҙә таралып китеүе башҡорттар менән бәйле икәнен күбебеҙ белмәйҙер ҙә әле. Ә был ысынлап та шулай. Рәсәйҙәге беренесе самауырҙы Уралда, ғәйнә башҡорттары ерҙәрендә төҙөлгән Ирген заводында, ә аҙаҡтан Соҡсон заводында эшләй башлайҙар.

САМАУЫР ТАРИХЫ


Урал заводтарының хужаһы В.Н.Татищев Ирген заводы эшселәренән махсус артель төҙөй, ә был артелдекеләр үҙҙәренә бол туплау маҡсатында урындағы халыҡтың - башҡорттарҙың мал-мөлкәтен талау менән шөғөлләнә. Ошондай бер талау ваҡытында урыҫ эшселәренең ҡулына быға тиклем улар ғүмерҙә күрмәгән ҙур ҡорһаҡлы сәйер бер ҡорамал килеп эләгә. Был башҡорттарҙың һыу ҡайнатыу ҡорамалы була.


Ирген заводы приказчигы Родион Набатов тигән берәү был ҡорамалды күпләп етештереүҙе ойоштора. Шулай итеп, беҙ хәҙер бөтәбеҙ ҙә "урыҫ самауыры" тип белгән сәй ҡайнатыу ҡорамалы бөтөн Рәсәйгә таралып китә. Аҙаҡ Невьянск заводы хужалары Демидовтар Набатовты төрлө ташламалар менән әүрәтеп, үҙҙәренә эшкә саҡыра һәм Набатов самауырҙы Демидовтарҙың Соҡсон заводында етештерә башлай. Деимдовтар Тула ҡалаһы кешеләре була. Хәҙер инде самауырҙы Тулала күпләп эшләй башлайҙар һәм хәҙер бөтә донъяға таралған "Тула самауыры" барлыҡҡа килә.

Шулай итеп"урыҫ самауыры" тигән ҡорамалдың донъяға таралыуына ла башҡорттар сәбәпсе булып сыға. Ҙур ҡорһағында "Ирген заводы. 1741 йыл" тигән яҙыулы самауыр иң боронғо Рәсәй самауыры һанала. Ә был самауыр башҡорттарға Ҡытайҙан килеп эләккән була.

Был мәғлүмәттәр Алексей Иванов тигән авторҙың Мәскәүҙә донъя күргән "Увидеть русский бунт" тигән китабында баҫылған.
 
 (Башҡортостан календарынан)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина