-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
29 Сентябрь 2021, 20:57

Бесәйҙе ниңә уятырға ярамай?

Ашағанда иң элек этеңде туйҙыр, шунан бесәйҙе, аҙаҡ үҙең ашарһың, тигән боронғолар.

Бесәйҙе ниңә уятырға ярамай?
Бесәйҙе ниңә уятырға ярамай?

Нух пәйғәмбәрҙең бесәйе булған, ти. Шулай бер саҡ пәйғәмбәр күрпәһен (тортонон) сисеп ташлаған икән, бесәй барған да бының сабыуына ятып йоҡлап киткән. Нух пәйғәмбәр, быны уятырға йәлләп, салғыйын ҡайсы менән киҫкән дә тортонон алып ҡуйған. 

Бесәй - изге йән эйәһе. Уны борсорға, уятырға ярамай (пәйғәмбәр һынлы пәйғәмбәр уятмаған).

Бесәйҙең ҡарғышы ярамай. Уның ҡара ҡарғышынан хатта боронғо пәйғәмбәрҙәр ҡурҡҡан. 

Бер өйҙән икенсе өйгә күскәндә, бесәйҙе ҡалдырмайҙар. Ашағанда иң элек этеңде туйҙыр, шунан бесәйҙе, аҙаҡ үҙең ашарһың, тигән боронғолар.  

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: