+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
17 Сентябрь 2021, 13:35

УТ ЙОЛАҺЫ

Ут – изге, тылсымлы көс. Усаҡ яҡҡанда һәр ваҡыт “бисмилләһир-рахмәнир-рахим!” тип башларға кәрәк.

УТ ЙОЛАҺЫ
УТ ЙОЛАҺЫ

 

Алас, алас, алас!

Шайтан беҙҙән ҡас,

Ен-зәхмәте, ҡас, ҡас!

Яман беҙҙән ҡас, ҡас! -

Алас! Алас! Алас!

Алас изге ут тигәнде аңлата. Боронғо төрки халыҡтарында аласлама – изге ут менән дауалау йолаһы булған. Көслө был стихияға табыныу палеолит дәүеренә ҡайтып ҡала. Яман күҙҙән, сир-сырхауҙан ҡотолор өсөн сепрәкте майға манып ут төртәләр ҙә шуның менән һыйыр сирләһә лә, кеше сирләһә лә төтәҫләгәндәр.

Утҡа төкөрмә – телең көрмәлер”, тиҙәр ине әбейҙәр.

Ут янында яман һүҙ һөйләмә, ҡысҡырма, кеше менән әрләшмә – көсө үҙеңә ҡаршы килә, ти. Йәйге ҡояштың иң юғары торошона арналған байрам көндәрендә (21-24 июндә) “ут ашатыу йолаһы” үткәргәндәр.

Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА,

филология фәндәре докторы.


Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: