+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
14 Сентябрь 2021, 10:21

Сәйҙе һөтләп эсеү йолаһы нисек барлыҡҡа килгән?

Һеҙ һөттө сәйгә һалып эсәһегеҙме, әллә сәйҙе һөт өҫтөнә ҡояһығыҙмы? 

Сәйҙе һөтләп эсеү йолаһы нисек барлыҡҡа килгән?
Сәйҙе һөтләп эсеү йолаһы нисек барлыҡҡа килгән?

Һөтләп сәй эсеүҙең тамырҙары Бөйөк Британияға барып тоташа. Инглиздәр өсөн сәй элек-электән яратҡан эсемлек булған. Улар уның тәменә, сифатына ғына түгел, сәй тәҡдим ителгән һауыт-һабаға ла ҙур әһәмиәт биргән. Бай ғаиләләрҙә сәй тик ҡиммәтле фарфор сынаяҡтарға яһалған. Зауыҡлы, үтә нескә фарфорҙы ҡайнар һыу менән сатнатыуҙан, ҡара сәйҙең төҫө сығып ҡарайыуҙан һаҡлау өсөн хеҙмәтселәр уны һөт менән тәҡдим итеп ҡараған. Эсемлектең яңы төрө инглиздәрҙең күңеленә хуш килгән. Әйткәндәй, бөгөн дә уларҙың 98 проценты сәйҙе тап һөтләп эсеүҙе хуп күрә. 

Сәйҙе башҡорттар ҙа бик ярата. Башҡортса сәй эсеү – үҙенсәлекле күренеш. Ғәҙәттә, башҡа халыҡтарҙа был эсемлек үҙе генә йәки берәй төрлө тәмлекәс менән тәҡдим ителһә, башҡорт өсөн сәй эсеү һый-ниғмәттән һығылып торған табынды аңлата.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: