+20 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
31 Август 2021, 10:34

Ебәк сере

Ебәкте тут күбәләгенән етештергәндәрен белә инегеҙме? 

Ебәк сере
Ебәк сере

Тут күбәләгенән ебәк туҡыманы Ҡытайҙа неолит осоронда, 5–7 мең йылдар элек үк эшләй белгәндәр. Ә яңы эра башланыуға ебәктең бер нисә төрөн (крепҡа оҡшаш тығыҙ ебәк, йоҡа газ ебәк, ҡатмарлы сиратыулы ебәк, биҙәкле ебәк һ.б.) етештергәндәр. Быуаттар буйы ебәк туҡыу серен Ҡытайҙа ғына белгәндәр. Уны ситтәргә асҡан өсөн үлем язаһы ҡаралған. Ҡытай ебәкте төрлө илдәргә һатҡан, Ебәк юлы буйлап Европаға сығарған.

Европала ебәк серен XVIII быуатта ғына асҡандар һәм ебәк туҡыма туҡырға өйрәнгәндәр.

Ебәк - тут ағасы күбәләгенең ҡурсаҡ көбөнән алынған ептән туҡылған йомшаҡ туҡыма. Бер көптән алынған еп 400–1500 метрға етә.
Әлеге заманда ебәкте иң күп етештергән ил – шул уҡ Ҡытай (яртыһынан ашыуы уға тура килә), Һиндостан (15%), Үзбәкстан (3%), Иран, Таиланд, Вьетнам.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: