+8 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
15 Август 2021, 08:52

Бал ҡорто йыры.

 * * *  Ал сәскәгә ике бал ҡорто килеп ҡунды. Улар кинәнеп татлы һут йыйырға тотондо.  - Һин ҡайһы умарталыҡтан, эй, күрше? - тине береһе, һүҙ башлап. - Мин - Солоҡ ҡорто, тауҙағы ҡарағай ҡыуышында йәшәйем. - Семәрле умартағыҙ юҡмы әллә? - тип ғәжәпләнде Умарта ҡорто.

Бал ҡорто йыры.
Бал ҡорто йыры.
 
- Беҙ - ирекле. Беҙ - ҡырағай. Беҙгә кеше хужа булып өлгөрмәгән әле. Беҙ-беҙ-беҙ.
- Һинең кемдәрең бар у-у-ул?
- Әсәйем - Инә ҡорт.Туғандарым бик күп. Ялҡау һоро ҡорттар ҙа юҡ түгел, - тип безелдәне солоҡ ҡорто.
- Минеке лә шулай. Туғандарым күп булғас, умарта эсендә мин бер кемдән дә ҡурҡмайым. Айыуҙан ғына шөрләйем. Ул бит, бал ашарға тип, умартаны емерә. Һеҙгә ни бейектә, ағас башында, айыуҙан  ҡурҡырға түгел инде.
- Эй, безелдәнең бер хәбәр, - тине Солоҡ ҡорто. - Айыу ағасҡа ла шәп үрмәләй ул. Шул кәкре аяҡ, тәмле тамаҡ арҡаһында күсебеҙ әллә нисә оя алмаштырҙы. Беҙ бит ул ағас та ҡышлайбыҙ ҙа.
- Ә нисек өшөп үлмәйһегеҙ? -  тип төпсөндө Умарта ҡорто.
- Беҙ сыныҡан инде... 
 
Ә һин, дуҫым,  солоҡ ҡорттары Башҡортостандың Бәрйән яҡтарында, йәғни ошо тау-болондарҙа, ғына йәшәгәнен беләһеңме? Беҙҙе һаҡларға кәрәк, вәт!
 
"Аҡбуҙат" журналынан. 
 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: