+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
12 Август 2021, 11:05

Токсик шәхес

был кешеләрҙән нисек тә ҡасырға, алыҫыраҡ торорға тырышыу.

Токсик шәхес
Токсик шәхес
Өйҙә йә эштә, дуҫ-иш, туған-тыумаса, таныш-тонош араһында һине ғәйепле итеп күрһәтергә тырышыусылар була. Ғәйебең дә юҡ кеүек, һәр хәлдә, ғәйепләүсенән дә ғәйеплерәк түгелһең. Ә ул һине аҡланырға мәжбүр итә. Һин аҡланған һайын үҙеңде ғәйеплерәк тояһың, тотоп ҡына алырлыҡ ҡаршы дәлилең дә юҡ, йә ҡапыл ғына иҫкә лә төшмәй. Ысынында был кеше һине буйһондороу, башыңа менеп ултырыу өсөн шулай ҡылана. Бындай осраҡта аҡланырға ла, ғәйепте танырға ла кәрәкмәй.
Был алымды психологтар манипуляция тип атай. Ә уны ҡулланыусыларҙы токсик шәхес тиҙәр. Ысынлап та улар аралашҡан кешеләренең күңелен, кәйефен, хис-тойғоларын ағыулай, шуның аша хатта һаулыҡҡа зыян килтерә.
Иң яҡшыһы, әгәр мөмкинлек булһа, – был кешеләрҙән нисек тә ҡасырға, алыҫыраҡ торорға тырышыу.
 
"Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "ЫСЫНМЫ?" төркөмөнән. 
 
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: