+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
9 Август 2021, 18:16

АВГУСТ

АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР:Августа көндәр аяҙ булһа, көҙ ямғырлы һәм бысраҡ булыр.Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр.Һауала һаҙағай уйнаһа, иген уңыр.7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр.

АВГУСТ
АВГУСТ


🌻Ашлыҡ урғанда һалам шыртлап һынһа, ямғыр булыр.
🌻16 августа көслө һалҡын ел иҫһә – һыуыҡ ҡышҡа, йылы ел иҫһә –йомшаҡ, ҡарлы ҡышҡа.
🌻19 август ҡоро булһа, көҙ ҡоро була, дымлы булһа – ямғырлы көҙ килә, аяҙ булһа – ҡырыҫ ҡышҡа.
🌻Сөмбөләлә арыш сәс, тамағың булмаҫ ас (сөмбөлә тип 22 августан 22 сентябргә тиклемге осор аталған).
🌻21 авгусҡа ҡарап, ғинуарҙың холҡон фаразлап була.
🌻31 август әрем тамырын ҡарағыҙ, әгәр йәш тармаҡтары ҡалын булһа – киләһе йылда уңыш мул булыр.

 
(Интернеттан)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: