Сәсен тарай, йыуындыра, ашата һ.б. Хатта кейемдәр таптыра. Магазиндан алғандары йә ярай, йә йәтешетәк була. Аптырағас сабыйҙар кейемен алып бирҙем. Эй, ҡыуана инде. Бер мәл ҡурсаҡтарҙың подгузнигын да барып алдыҡ. Әй, Хоҙайым, уныһының хаҡы...
- Быныһына пес итеп бөттө, тағы подгузник кәрәк, - ти бер заман.
- Ҡуйсы, киптер ҙә кейҙер, - тинем.
Шуның менән онотолдо тиһәм... Юҡ икән. Бер көнө бер пачка подгузник тотоп ҡайтып инде. Ысын подгузниктар! Минең күҙҙәр аҡайҙы былай.
- Минең йөҙ һум аҡсам бар ине, Вика үҙ аҡсаһын ҡушты. Беҙ "Магнит"тан подгузник барып алдыҡ, - тимәһенме!
Шулай итеп, өйҙә сабый кейемдәре, подгузниктары барлыҡҡа килде. Нурия ҡайҙа - ҡурсаҡ шунда. Айырылмайҙар. Бергә уйнайҙар, бергә ашайҙар, бергә йоҡлайҙар. Юлға ла алып йөрөгәс:
- Уй, шул бисураңды алып йөрөмә әле йөк итеп, - тинем.
- Аһ, һин балаңды ҡалдырып сығып китер инеңме ни? - тип аҡайҙы ҡыҙый. Мин өнһөҙ ҡалдым. Нурия һүҙен дауам итә:
- Миңә лә уны ҡарауы еңел түгел, конечно! Но мин өйрәнәм әсәй булырға... Бәлки, апай булырғалыр...
Резеда ВӘЛИЕВА.