“Колхозница” ҡауынын күргән һайын Гүзәлдең бәләкәй сағы иҫкә төшә.
Бер көн ҡауын алырға тип атаһы менән магазинға киттеләр. Артабан атаһы һүҙҙәренән:
- “Торпедо” ҡауынын һайлай башлағайным, Гүзәл бөтә магазинды яңғыратып: “Атай, ҡабаҡтар өйҙә лә күп, әйҙә ҡауын алайыҡ!” - тип ҡысҡырып ебәрҙе. “Был – ҡауын”, - тип әйтеп, аңлатып ҡарайым, ишетергә лә теләмәй! “Юҡ, ул ҡабаҡ!” - тип ныҡышыуын белә. Һары түңәрәк “колхозница”ны күреп ҡалғас, йәбеште шуға. Тәкем алдырҙы... Башҡортса аңлағандарға ҡыҙыҡ, беҙгә ҡарап йылмаялар...