Ғалимдар билдәләүенсә, кемдер иртәрәк йоҡларға ятып, таң һарыһынан торорға ярата. Бәғзеләр, киреһенсә, һуң ята һәм һуң тора. Шартлыса улар “һабантурғай” һәм “өкөгә” бүлеп йөрөтөлә. Төнгө ҡош һуң тороу менән бер рәттән иртән ашауҙан да баш тарта. Быны “көйһөҙләнеү” тип ҡабул итмәгеҙ, сөнки аш һеңдереү системаһы яй уяна, бауыр әлегә үтте аҙ эшкәртеп сығара, ашҡаҙан аҫты биҙе ферменттары май кислоталарын иретергә әҙер түгел... Шуға күрә бутҡа йәки аш тәрилкәһен күреү менән ашау теләге юҡҡа сыға. Бала уянып, сәғәт-сәғәт ярым ваҡыт үткәс, уны еңелсә генә ашатып алығыҙ. Аппетитын уятыу өсөн минераль һыу йә һут бирегеҙ. Төшкө һәм киске ашты ла берәй сәғәткә кисектерегеҙ. Был саҡта, моғайын, сабыйығыҙҙың ашарға теләге көсәйер.