Һары мәтрүшкәне сәскә атҡан осорҙа һабағы менән 15-20 сантиметр оҙонлоғонда йыялар. Сәй кеүек ҡайнатып эсәләр. Һалҡын тейгәндә, тамаҡ шешкәндә файҙалы.
Юл япрағын йәй буйына йыйып әҙерләргә мөмкин. Тик япраҡтарында таптары булмаһын. Был үҫемлек тә тамаҡ ауыртҡан, йүткергән мәлдә шифалы һанала.
Ромашканы сәскәләре ныҡ асылған саҡта өҙөргә кәрәк. Төнәтмәһен тирләү, тынысланыу өсөн, эсәктәр, ашҡаҙан ауыртҡанда эсәләр. Шулай уҡ яраны сайҡатыу өсөн дә ҡулланалар.
Ҡара ҡарағат, ҡурай еләгенең емештәре лә, япраҡтары ла файҙалы. Тик емештәрен боҙолмаҫ элек киптереү сараһын күреү мотлаҡ. Ҡурай еләге һәм ҡарағат сәйен эсеү һалҡын тейгәндә бик шифалы, тирләү өсөн дә һәйбәт.