Мин тыуғас та "колики" көтә башланы) Уныһынан һорай, быныһынан белешә, Гугл ағай менән Алиса апайҙы бер итте, минең һәр бер сый итеүемә ҡолағын ҡарпайтып: "Колики!" - тип терт итә башланы. Мин дәже аптырап, асығып мыжырға уйлаһам да өндәшмәй башланым, әсәйемде йәлләп. Яйлап тынысланды шунан, колики түгел, "комики" булып онотолдо был хәл.
Шунан теш көтә башланы) Ул ауыҙымды соҡоуы, ҡайҙа, ҡанале, тешең күренмәйме тип. Ул саҡ ҡына шайығым ҡойолоп китһә: "Ана, теш бөркә!" - тип ҡаңғырыуы...Кәкәйем шыйыҡланып китһә: "Уфф, башланды, теше сыға шикелле!" - тип зыҡ ҡуба))) Әәәй, кисә ғәләмәт ҡыҙыҡ булды. Күп көлөп сиҡылдап киткәйнем, кәсә менән һыу эсерергә булды әсәй. Мин ыңҡылдатып йотҡан һайын әсәйемдең ҡулындағы кәсәһе кофтаһына ҡаҙалған булавкаға сыңҡылдап төкөй) Атағатаҡ, әллә тешең сыҡҡанмы, тип ауыҙымды бер астырып ҡараны, икене ҡараны, шунан ғына аңлап ҡалды ниндәй "теш сыҡҡанын")))
Шулай хәлдәр, мин үҫеп буй еткәнсе ниҙәр булып бөтөр, низнай инде)))