+29 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
18 Июль 2021, 13:17

Йыһанға бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр

- Йыһандағы тәүге ҡатын-ҡыҙ Валентина Терешкова була. Ул “Восток-6” йыһан карабында Ер тирәләй 48 тапҡыр әйләнеп сыға.

Йыһанға бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр
Йыһанға бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр

- Айҙағы тәүге кешеләр Американан Нил Армстронг менән Эдвин Олдрин була. Улар 1969 йылдың июлендә Айға “Аполлон-11” йыһан карабының ай модулен ултырта.

- Йыһанда иң оҙаҡ булған космонавт - Валерий Поляков. Ул “Мир” йыһан комплексы бортында 438 көн булғандан һуң, Ергә 1995 йылдың 22 мартында әйләнеп ҡайта.- Йыһанға осҡан кешене Рәсәйҙә - космонавт, АҠШ-та - астронавт, Францияла - спасьонавт, Ҡытайҙа тайконавт тип атайҙар.- Йыһанда бер көндө 16 тапҡыр таң атыуын күрергә мөмкин. Түбән орбитала Ҡояш ярты сәғәт һайын ҡалҡып тора.- Йыһанда кеше оҙоная. Ерҙең тартыу көсө булмау сәбәпле, умыртҡа бер ни тиклем һуҙыла һәм кеше яҡынса 5-8 сантиметрға оҙоная.- Ерҙә саҡта хырылдап йоҡлаған кешеләр йыһанда был ғәҙәтенән ҡотола. Сөнки хырылдауға тартыу көсө килтерә, ә йыһанда ул юҡ.- Ауырлыҡ көсө барлығы онотола. Ергә әйләнеп ҡайтҡас, космонавтарға ғәҙәти шарттарға яңынан яраҡлашыуы ярайһы ауыр ғына. Айырыуса астронавтар әйберҙәрҙең төшөп китеүенә күнегә алмай йонсой, сөнки уларҙың һауала иркен осоп йөрөүенә өйрәнеп өлгөрәләр.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: