+11 °С
Облачно
VK
Былар ҡыҙыҡлы
15 Июля 2021, 10:00

Ҡыҙҙарын кеше йәшәмәгән утрауға алып барып ташлағандар

Ошондай яҙмаларҙы уҡыйһың да... һүҙһеҙ ҡалаһың...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙҙарын кеше йәшәмәгән утрауға алып барып ташлағандарҠыҙҙарын кеше йәшәмәгән утрауға алып барып ташлағандар
Ҡыҙҙарын кеше йәшәмәгән утрауға алып барып ташлағандар

Ҡытайҙың Шаньдун провинцияһында насар тәртибе өсөн атай менән әсәй 13 йәшлек ҡыҙҙарын кеше йәшәмәгән утрауға алып барып ташлаған. Был хаҡта NewsBeezer сайты хәбәр итә.

Ҡыҙҙың ярҙам һорап ҡысҡырғанын бер балыҡсы ишетеп ҡала. Полицияға хәбәр итә. Үҫмер был утрауҙа ике көн үткәргән була.

Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы өйөнә алып бара. Ата-әсәһе үҙҙәренең был ҡылығын ҡыҙҙарының өйҙә ярҙам итмәгәне, насар уҡығаны, һуңғы сиктә мәктәпте ташлағаны өсөн эшләгәнен һөйләп бирә. Бындай тәрбиә алымын кәрәкле тип һанай улар. Ә утрауға ебергәндә баланы һыу һәм аҙыҡ менән тәьмин итеүҙәрен әйтәләр.  

Полиция ҡыҙҙың ата-әсәһен баланы тәрбиәләгәндә экстремаль алым ҡулланғандары өсөн тәнҡитләй һәм уларҙан үрнәк алмаҫҡа саҡыра.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас