+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
14 Июль 2021, 14:22

Һигеҙ йәшлек Алиса Теплякова 11-се класты тамамлағанға аттестат алған!

Ә ете йәшендә 9-сыны тамамлағанға алған булған.

Һигеҙ йәшлек Алиса Теплякова 11-се класты тамамлағанға аттестат алған!
Һигеҙ йәшлек Алиса Теплякова 11-се класты тамамлағанға аттестат алған!

Мәскәүҙә йәшәгән һигеҙ йәшлек Алиса Теплякова, БДИ тапшырып, 11-се класты тамамлағанға аттестат алған! Был хаҡта “Лента.ру” хәбәр итә.

Ҡыҙ дүрт йәшендә 1-се класҡа барырға әҙер була инде. Уҡытыусылар уларға уҡырға төшөргә әле иртәрәк икәнен иҫкәрткәс, Тепляковтар өйҙә уҡытыу методикаһын булдырған.

Ете йәшендә Алиса физика, информатика, рус теле, математика, биология һәм химия фәндәрен тапшырып, туғыҙынсы класты бөткәнгә аттестат алған.

Имтихандарҙы тапшырыр өсөн ҡыҙға бөтә белем биреү программаһын үтергә тура килгән. “Бер ниндәй ҙә лайфхактар булманы”, - ти атаһы.
Алиса Мәскәү дәүләт университетының психология факультетына уҡырға инергә теләй. Моғайын, ул был осраҡта ла уҡыуын өйҙә дауам итер, иң мөһиме, беҙ уға ун йылын экономияларға мөмкинлек бирҙек”, - тигән фекерҙә үҙ йәшенә ҡарата күпте белгән ҡыҙҙың әсә-атаһы.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: