-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Башватҡыстар
16 Август 2021, 21:13

Йомаҡ әкиәт

Бер ярлының Алла мәрхәмәтен күргәне,  түләр түләмен түләгәне. * * *    Элек бер ауылда өс мәсет булған. Кесаҙна һайын һәр кем һәр мәсеткә 20-шәр тин түләргә тейеш икән. Бер ярлының аҡсаһы булмай. Был кеше: - Алла миңә кеҫәмдәге тиклем аҡса бирһә түләр инем тигән, - ти икән.

Йомаҡ әкиәт
Йомаҡ әкиәт
 
Алла быны ишетә лә тегегә кеҫәһендәге тиклем аҡса бирә. Түләгәс тә, уның кеҫәһендә аҡса ҡала әле. Әммә икенсе мәсеткә түләргә етмәй.
- Алла миңә кеҫәмдәге тиклем аҡса бирһә, мин был мәсеткә лә түләй алыр инем, - тигән теге ҡарт. Алла тағын мәрхәмәтен һала: бирә һораған тиклем. Ярлы икенсе мәсеткәлә түләмен түләй. Түләгәндән һуң, йәнә аҡсаһы артып ҡала. Өсөнсө мәсеткә түләр ине, йәнә етмәй. Был йәнә кеҫәһендәге тиклем аҡса һорай:
- Аллам, миңә кеҫәмдәге тиклем аҡса бирһәң өсөнсө мәсеткә лә түләмемде түләп ҡуйыр инем, - тигән.
Алла тағы изгелек ҡыла. Тағы ла аҡса алғас мәсеткә 20 тин түләй.
 
Һорау: Бабайҙың кеҫәһендә тәүҙә күпме аҡса булған?
Яуап көтәбеҙ! 😁🤗
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: