-3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Башватҡыстар
16 Февраль 2021, 14:32

БАЛАЛАРСА ЯБАЙ ҒЫНА ЙОМАҠТАР

Ҡайһы бер өлкәндәр баш ватып-ватып та сисә алмаған йомаҡтарҙы балалар һә тигәнсе генә сисеп ҡуя. Бына был йомаҡтар ҙа шулай. Яуаптарын кис бергәләп тикшерербеҙ.

  1. Тере йән эйәһе түгел, әммә уның биш бармағы бар.
  2. Ауылға китеп барған йөк машинаһына юлда 4 еңел машина осраған. Ауылға нисә машина китеп барған?
  3. Ниндәй ҡул менән сәй болғаһаң, яҡшыраҡ?
  4. Мине ашатһаң – йәшәрмен, әммә эсергә бирһәң – үлермен.
  5. Кем ултырған килеш йөрөй?
  6. Тыуғас – осалар, йәшәгәндә – яталар, үлгәс ағып китәләр.
  7. Унан алған һайын ул ҙурая ғына бара... Нимә ул?
  8. Мин һәр ваҡыт ер менән күк араһында. Бер арауыҡ һаҡлайым. Миңә берәйһе яҡынлашһа, алыҫаям.
  9. Кисен миңә иртәнгелеккә эш бирәләр. Ҡушылғанды теүәл ваҡытында үтәйем, әммә барыбер әрләнәм. Мин кем?
  10. Нимә һәр ваҡыт үҫә генә, бер ваҡытта ла кәмемәй?
  11. Читайте нас: