+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Башватҡыстар
3 Февраль 2021, 11:28

ЙОМАҠТАР

Йомаҡтарҙы балаларҙың әҙерәк башын ватып алырға тип Нәсимә ҒАЙСИНА сығарған. Йәгеҙ әле, кем тиҙерәк?!

Текмәләрҙең буйына
Ап-аҡ мендәр теҙелгән.
Барыһына биҙәкләп
Аҡ сәскәләр тегелгән.
(трөк)

Ап-аҡ ҡарға яҙғандар,
Бер урында юйғандар,
Нөктә, өтөр һыҙыҡтар
Ялан-ҡырға тулғандар.
(шоҡ-келнәй ерәҙҙэ)

Түмәр кейгән аҡ ҡалпағын,
Шеш ҡолағы ҡалтырай.
Күреп ҡалдым ни икәнен,
Ике күҙе ялтырай.
(рәмүт мәһ няуҡ)

Аҡ юрғанын ябынып
Йоҡлай һалҡын ҡышында.
Алып ташлай юрғанын,
Көн йылынһа яҙында.
(шыҡ өнөк ре)

Ҡышын беҙҙә ҡышлайҙыр,
Түше ҡыҙыл ни икән?
Балан, мышар емештәре
Уға яҡшы ем икән.
(шүтлыҙыҡ)

Тик бер төҫтән тирә-йүн,
Урмандағы ҡуян да.
Күктән төшкән яуын да,
Хатта дауыл-буран да.
(шыҡ, раҡ)

Аҡ та була, һоро ла
Мамыҡтары кейектең.
Ике тапҡыр йылына
Алмаштыра кейемен.
(няуҡ)
Читайте нас: