Бөтә яңылыҡтар
Башватҡыстар
3 Февраль 2021, 15:05

ҺАНАП АЛАЙЫҠ ӘЛЕ!

Земфира СӘХИПОВА ӘЙҘӘ, ҺАНАП ҮТӘЙЕК! Бер аҙнала ете көн,Ете көндә ете төн.Егерме дүрт сәғәт үтһә,Тәүлек була бер бөтөн. Һәр көндөң үҙ исеме:Аҙна башы — дүшәмбе.

Бер тәүлек үтте иһә,
Килеп етә шишәмбе.
Аҙнаның иң уртаһы
Шаршамбы тип атала.
Дүртенсе көн килеп етһә,
Кесе аҙна башлана.
Таба еҫтәре сығарып
Өләсәй ҡоймаҡ ҡоя.
“Бишенсе көн Йома“ — тип
Олатай йөпләп ҡуя.
Аҙнаның алтынсы көнө
Шәмбегә тура килә.
Файҙалы үтһен ялығыҙ,
Шатланып көлә-көлә.
Килеп етте йәкшәмбе.
Ялды дауам итәйек.
Ял иткәндә көндәрҙе
Тағы һанап үтәйек:
Дүшәмбе һәм шишәмбе,
Шаршамбы һәм кесаҙна,
Йома, шәмбе, йәкшәмбе
Ете көн ул — бер аҙна!
Читайте нас в