+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Башватҡыстар
31 Ғинуар 2021, 12:25

ТӨРЛӨ ҺӨНӘР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР

Тыпыр-тыпыр, тыпыр-тыпыр...Һикереп йөрөй туптай.Ҡош ҡанатылай ҡулдары,Күҙҙәре яна уттай.

Шым йөрөй еңел баҫып,
Мылтығын алған аҫып,
Шулай һунар итә ул,
Ул кеше кем була ул?
Ҡармаҡ алып ҡулына
Китә йылға буйына,
Көн оҙон тик ултыра,
Сабаҡ,суртандар тота.
Атҡа атланып һыбай
Һыҙғыра йә ул йырлай,
Үҙе төшмәй эйәрҙән,
Эте уға эйәргән.

Иртүк тороп фермаға
Йүгерә атлай бара,
Аҡ халатын кейеп алып
Кем әле һыйыр һауа?
(Ғүмәр Ғайсин йомаҡтары)

Эшем күп шул - хат ташыйым
Өйҙәрҙән өйгә кереп.
Ҡаршы сығып алалар,
Минең килгәнде күреп. /хат ташыусы/
Читайте нас: