-2 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең архив
9 Декабрь 2021, 17:04

ЯҠТЫЛЫҠ ЙЫРСЫҺЫ

* * *  19-сы быуат башҡорт шиғриәтен мәшһүр шағир Аҡмулланан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Ғалим һәм уҡытыусы, шағир һәм балта оҫтаһы Аҡмулла ауылдан  ауылға, ҡаланан ҡалаға аң-белемгә өгөтләп йөрөгән.

ЯҠТЫЛЫҠ ЙЫРСЫҺЫ
ЯҠТЫЛЫҠ ЙЫРСЫҺЫ
Бөтә аңлы ғүмерен халыҡ араһында башҡорт илен, ҡаҙаҡ далаларын гиҙеп, шиғыр-моң сәсеп үткәргән. Был илгиҙәр шағирҙың поэтик аһәңе оҙаҡ йылдар буйы "ҡара төндәге яҡты йондоҙ" булып балҡыған.
Аҡмулланың күпселек ғүмере  ярлы-ябаға араһында үткән. Ул башҡорт хеҙмәтсәндәренең дә, ҡаҙаҡ ярлыларының да хәл-торошон, уй-ынтылыштарын, рухын яҡшы аңлаған. Хатта уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышҡан. Шулай итеп, ҡайҙа ғына бармаһын, кемдәр менән генә осрашмаһын, үҙенең ҡарашын үткер шиғыр менән әйтер булған. Шиғриәттә Аҡмулла ынтылған бейеклектте яулау М.Ғафури, Д.Юлтый, Ш.Бабичтар өлөшөнә төшә. 
 
(Ә.Вилдановтан)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: