-2 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең архив
24 Июль 2021, 15:56

Абдулла Авзал улы Солтанов

Халҡыбыҙҙың мәшһүр, легендар йырсыһы Абдулла Афзал улы Солтанов 1928 йылдың сентябрендә Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуған. Үҙешмәкәр башҡорт йырсыһы, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.



Абдулла Афзал улының тормош юлы ҡатмарлы ла, һоҡланғыс та. Ул ғүмер буйы тыуған ауылында йәшәп, малсы (йылҡы һәм һарыҡ көтөүсеһе) булып эшләй.
Йәш сағынан төрлө кимәлдәге үҙешмәкәр концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Уның репертуарында 60-тан ашыу тарихи башҡорт халыҡ йырҙары – «Урал», «Буранбай», «Йәмәлекәй тауы», «Уйыл», «Сибай», «Ғайса ахун», «Илсе ғайса», «Бейеш», «Әрме», «Ҡаһым түрә», «Шәүрә», «Сәлимәкәй», «Томан», «Ғилмияза» һәм башҡа йырҙар бар. Уның башҡарыуындағы ҡайһы бер йырҙар хатта «Останкино» телерадиокомпанияһы һәм Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка педагогия институтының фондтарында һаҡлана.

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: