-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең архив
2 Май 2021, 15:50

ҠУРҠҠАНҒА - ҠУШ

Мин бәләкәй саҡтан йыландан ҡурҡам. Мәктәптә уҡыған йылдарында әсәйемде ҡара йылан саҡҡан. Оҙаҡ ҡына атлай алмай өйҙә ултырған. Әллә уның һөйләгәндәре шулай йоғонто яһай, туҙбаш күреп ҡалһам да сыр итеп ҡалам. Минең хатта әзмәүерҙәй авызыйымдарҙың да йылан тиһәң сәстәре үрә тора.Венер авызыйым менән бесәндә, иҫләһәк, һаман йығылып ятып көлгән хәл була...


Атайым менән икәүһе генә бесән йыйырға барғандар. Бер заман авызыйым ялан яңғыратып ҡысҡырып ебәрә икән. Атайым йүгереп килһә, һалалай улы бер ҡулы менән салбарының балағын йомарлап тотҡан, үҙенең күҙе дүрт ти. Балаҡта йылан тигәс, атайым да шөрләй биргән. "Атай, йыландың башын тоттом, салбарҙы сисә һал!" тип үтенесле ялбара! Атайым спецовка төймәһен ысҡындыра, иркен йәйге эш салбары билдән төшөп тә китә, аяғындағы кэлуштэрен төрлө яҡҡа быраҡтырып авызыйым ялан буйлап сығып та йүгерә.
Атайыма һис көлкө түгел. Улы ыштанһыҙ тороп ҡалған, теге йыландың башына етер кәрәк. Һәнәк осона авызыйымдың салбарын элеп һелкеп-һелкеп ҡарай, ә балаҡтан йылан төшмәй ти... Ипләп кенә тиҫкәре яғын әйләндереп ҡараһа... бәләкәй генә кеҫәртке ныҡ ҡыҫып тотоуҙан иҙелеп бөткән, салбарға йәшел төҫө генә һыланып ҡалған.

Балаҡта нимәлер йыбырлағас авызыйым ыштанын йомарлап тотҡан. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә тигәндәй, ҡулдағы рукавицы ла йомарланып кеҫәрткегә тән өҫтәгән дә ҙур ғына йыландың башына әүерелгән.

Күп тә үтмәй теге икәү ялан тултырып көлөүгә күсә. Туҡтай алмай хәлдәре бөткәс, бесәнде ташлап төшкө аш мәлендә ҡайтып инделәр. Иҫләйем, ул көндө ашауҙары аш булманы. Үҙ күҙем менән күрмәгәс, ул тиклем ҡыҙыҡ бәйән итә алмағанымдар, улар бит һәр детален тәмләп һөйләп ине.

Һүрәттә: балалар менән эксперимент. Йыланлы бесәнлеккә саҡырһағыҙ ярҙамға, Әмир менән Миләүшәне ебәрергә була шикелле.
Зөлфиә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: