-2 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең архив
28 Март 2021, 11:47

МАШИНА МАРКАЛАРЫНЫҢ АТАМАЛАРЫ ҠАЙҘАН БАРЛЫҠҠА КИЛГӘН?

Һәр малай машина маркалары менән ҡыҙыҡһына, уларҙы ятан белә. Ә был маркаларҙың атамалары ҡайҙан барлыҡҡа килгәнен беләһегеҙме?Уларҙың бер нисәүһенә туҡталып китәбеҙ һәм ҡайһы машинаның ниндәй илдә сығыуы менән танышығыҙ.

BMW – Bayerische Motoren Werke тип уҡыла. Немец теленән “Бавар моторҙар заводы” тип тәржемә ителә.
Chevrolet – компанияға Уильям Дарант нигеҙ һалған, ә “Chevrolet” исеме ул ваҡытта билдәле булған уҙышсы Луи Шевроле хөрмәтенә бирелгән.
Daewoo – Корей теленән “Осһоҙ-ҡырыйһыҙ йыһан” тип тәржемә ителә.
Fiat – аббревиатура, итальян телендә “Fabbrica Italiana Automobili Torino” тип уҡыла. “Турин итальян автомобилдәр фабрикаһы” тип тәржемә ителә.
Ford – уға нигеҙ һалған Генри тарихта бик сағыу һәм яҡты шәхес.
Honda – компанияға нигеҙ һалған японец Соитиро Хонда фамилияһы менән аталған.
Hyundai – ул заманса… Тап шулай! Компанияның исеме корейса 現代 тип яҙыла һәм “хәҙерге заман” тип тәржемә ителә. Компания автомобилдәрен заманса дизайн менән сығарыу яғында.
Kia – тәүҙә "KyungSung Precision Industry" тип аталған. Аҙаҡ ҡына үҙенең ҡыҫҡа исемен алған. Көньяҡ корея теленән “Азиянан бөтә донъяға сығыу” тигәнерәк тәржемә ителә.
Skoda – Компанияға Валленштейн-Вартенберк тигән кеше нигеҙ һалған. 7 йылдан һуң уны Эмиль Шкода исемле предприниматель алған.
Toyota – компанияға Сакиши Тойода нигеҙ һалған. “Д”-ның “Т” хәренә әйләнеүе ябай: ике айырым “toyo” һәм “ta” һүҙҙәре дөгө ярмаһының муллығын белдерә. Ә дөгө Японияла – байлыҡ символы.
Volkswagen – немец теленән “халыҡ автомобиле” тип тәржемә ителә.
Читайте нас: