-2 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең архив
19 Ғинуар 2021, 11:15

БӘРӘС МЕНӘН МАНСАФ

КӨЛӘМӘСТӘР...Эй, малайҙың ҡытығы килә, шарҡылдап көлә.

Бәрәс менән Мансаф
Синек (аҙбар) эсе һалҡын булғас олатай һарыҡ бәрәсен өйгә алып инде.
Әллә инәһен һорап, әллә асығып бәрәс “бә” лә “бә” килеп ҡысҡырҙы ла ҡысҡырҙы. Быны ишетеп уйнап йөрөгән өс йәшлек Мансаф бәрәс янына барҙы. Ҡулын һуҙып Бөҙрәкәйҙе ҡосаҡларға ғына уйлағайны абынды ла йығылды. Аптырап ҡалғандай бәрәс тә ҡысҡырыуҙан туҡтаны. Шунан мороно менән Мансафты төрткөләй башланы. Эй, малайҙың ҡытығы килә, шарҡылдап көлә. Бер мәл бәрәс тегенең танауын супылдатып имә башланы. Мансаф:
– Әсәй, атай, Бөҙрәкәй минең танауымды эсен таҙарта! – тип көлә-көлә бәрәс янына яҡыныраҡ барып ултырҙы.
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Читайте нас: