-2 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең архив
18 Ғинуар 2021, 12:15

ЙӨҘӨК ҠАШЫ

КӨЛӘМӘСТӘР ...Имеш, уҡытыусылары уны башҡалар алдынада маҡтап: “Бына Саматтан үрнәк алығыҙ, ул беҙҙең кластың “йөҙөк ҡашы”, – тип маҡтау һүҙҙәре яуҙыра.

Йөҙөк ҡашы
Самат тәбиғәте менән аҙыраҡ ҡайтышлыраҡ, сибыҡ ҡына малай. Класташтары уға үтһә лә һүтһә лә ҡағылмай үтмәй, төртөп булһа ла китә. Кластағы эшен дә күсерәлер, өйгә эш дәфтәрен дә һорап та тормай, партанан партаға йөрөтәләр. “Юҡ” йәиһә, “Бирмәйем!” – тип әйтергә ҡыйыулығы ғына етмәй Саматтың.
Ә уҡыуға килгәндә инде ул иң алдынғыһы, шул уҡ ваҡытта сәмселлеге лә юҡ түгел. Башҡаларға ҡарап: “Ихх, мин дә шулай ҡыйыу булһам!” – тигән саҡтары бик йыш килә уның уйына. Нисегерәк уларҙы үҙемә ҡаратып алырға? – тип баш вата ул. Шулай бер кис уйланып ятып “әүен баҙары”на киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала...
...Имеш, уҡытыусылары уны башҡалар алдынада маҡтап: “Бына Саматтан үрнәк алығыҙ, ул беҙҙең кластың “йөҙөк ҡашы”, – тип маҡтау һүҙҙәре яуҙыра. Шуға ла барыһы ла уның менән дуҫ, туған. Хатта ҡыҙҙар ҙа юҡ-бар йомоштарын йомошлаған була. Малайҙар дуҫтарса “Беҙҙең Самат та беҙҙең Самат!..” тип ҡул башынан ҡосаҡлай.
Бындай төштән бик ҡәнәғәт булып уянған Самат күтәренке кәйеф менән класс ишеген аса. Шат йылмайып барыһы менән һаулыҡ һораша ла урынына барып ултыра. Был хәлде күреп аптырашта ҡалған класташтары:
– Самат, ҡайһы аяғыңдан торҙоң бөгөн? Әллә икеһенә лә һикереп баҫтыңмы? Ҡояш кеүек сағыу яҡтыртаһың? – тип ирештерҙе.
– Самат күкрәк тултырып тын ала ла:
– Әллә инде, икеһенә лә шикелле, тип ауыҙын йыра. Һәм төшөн дауам иткәндәй:
– Дуҫтар! Бөгөндән мин кластың “йөҙөк ҡашы!” – тип ебәрә.
Һәр саҡ шым ғына йөрөгән Саматтағы үҙгәреште күреп малай-ҡыҙҙар бер ни аңламай. Һүҙһеҙ генә асҡан ауыҙҙарын ябырға ла онотоп дәрес башланғансы Саматтан күҙҙәрен алмай.
...Ә шулай ҙа был сәйер көндән башлап моратына ирешкән Самат ысынлап та кластың “йөҙөк ҡашы”на әйләнде.
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Читайте нас: