Урам ҡапҡаһынан ҡапыл бер быҙау килеп инә. Бәйһеҙ генә йөрөгән Һаҡҡолаҡ өрмәй генә тегене күҙәтә башлай. Бик һөмһөҙ булып сыҡты ахыр ҙа был быҙау. Сит ишек алды тип тормай бөтә ерҙе байҡаны. Көтөп түҙемлеге бөткән “йорт хужаһы” ауалап тегене ҡурҡытырға маташты. Быҙау ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел икән. Аҙыраҡ шөрләһә лә башын аҫҡа эйеп алды ла Һаҡҡолаҡҡа ташланды. Эй китте бит шунан “бейеү”. “Танго”ларың алыҫ торһон. Бер уңға, бер һулға, бер артҡа, ике алға сығып, әйтерһең дә вальс та өйөрөлдөләр ҙә өйөрөлдөләр. Береһе лә туҡтарға теләмәне. Ахыр ҙа саҡырылмаған ҡунаҡ та, “йорт хужаһы” ла арып талып икеһе бергә бер босмаҡты үҙ итте. Үҙҙәре бер-береһенән күҙҙәрен дә алмай. Әллә дуҫлаштылар, әллә инде бейергә хәлдәре ҡалманы?..