-2 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең архив
14 Ғинуар 2021, 20:30

МАРСИЯНКА

КӨЛӘМӘСТӘР. ... Таҫлы ғына ятҡан әйберҙәрҙе аҫтын-өҫкә килтереп ойоҡло ыштанын (колготкаһын) һөйрәп сығарҙы ла миңә килтереп тотторҙо. ...

Марсиянка
Ике йәшлек кенә Сания телевизор ҡарап ултыра. Йәнһүрәттәге мөғжизәле йән эйәләренә ҡарап үҙенсә тәтелдәй. Ҡапыл ултырған урынынан төштө лә ҡабаланып комод тартмаһына барып йәбеште. Таҫлы ғына ятҡан әйберҙәрҙе аҫтын-өҫкә килтереп ойоҡло ыштанын (колготкаһын) һөйрәп сығарҙы ла миңә килтереп тотторҙо. Шунан башына һуғып: “Масяя” – тине.
  • Мин, ҡыҙым, аңламайым бит, нишләтәйем, кейҙерәйемме ни? – тинем.
  • Юҡ! – тип баш һелкетә. “Масяя!” – тип тыпырҙап йәнһүрәткә күрһәтә. Мин телевизорға әйләнеп ҡарағансы Сания теге ойоҡбашлы ыштанды башына кейгән дә итәгемдән тарта.
  • Миәсия Масяя. Баҡһаң бер йәнһүрәткә, бер ҡыҙыма ҡарап “Мин – Сания марсиянка” тигән икән...
  • Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
    Читайте нас: