Оянан сыҡма, тип ҡат - ҡат ҡабатланы. Бал ҡорттары ҡышҡы йоҡоға киткәнсе бал алып ҡалырға тип ашыҡты айыу.
Бәләкәс Айыуханға бер үҙенә күңелһеҙ булып китте. Башта тишектән генә ҡар бөртөктәрен күҙәтте. Уларҙы күбәләктәргә оҡшатты һәм түҙмәне тышҡа сыҡты. Матур биҙәкле ҡар бөртөктәрен ҡыуып оҙаҡ уйнаны ул. Ҡулына алып , ялап та ҡараны, ашап та ҡараны. Ҡар өҫтөндәге эҙҙәренә ҡарап, ихлас ҡыуанды. Әсәһе уны эҙләп сыҡҡанын күреп, ҡаршыһына йүгерҙе.
- Ғәфү ит , әсәй, мин ҡабат сыҡмайым тип әйтергә уйлағайны, тауышы сыҡманы, тамағы ауыртты. Әсәһе йылы ояһына индереп, бал ашатты. Тамағы ауыртып, төнө буйы ауырып сыҡты Айыухан. Бал ашап саҡ йүнәлде.
Шулай дуҫтарым, әсәйҙәрҙе һәр ваҡыт тыңларға кәрәк. Айыухан хәлендә ҡала күрмәгеҙ бер үк!
Альбина Муллағолова,
Өфө ҡалаһы