* * *
Атайым баҡсаға ҡарбуҙ ултыртты. Быйылғы йәй бик эҫе булғас ҡарбуҙ рәхәтләнеп үҫте. Мин уға һыу һибеп торҙом. Август. Әсәйем менән бер ҡарбуҙды өйгә индереп, урталай ярҙыҡ. Уның эсе ҡып-ҡыҙыл төҫтә. Бөтә бүлмәгә хуш-еҫ таралды. Ҡарбуҙ ауыҙҙа иреп тора. Ул бик тәмле булды.