* * *
Уян, балам, тиҙ уян,
Ҡасып китте төн - ҡуян.
Йомшаҡ ҡына сәстәреңдән
Һөйөп, иркәләп ҡуям.
* * *
Төн пәрҙәһе асылды,
Яҡты нурҙар сәселде.
Тор, балаҡай, битең йыу,
Тарап алсы сәсеңде.
* * *
Алтын, алтын, алтыным,
Минең йөрәк ялҡыным.
Уян, бәпкәм, күҙ нурым,
Ҡояш булып балҡырмын.
* * *
Үтеп китте ҡара төн,
Алда яҡты, матур көн.
Бәхетле булһын таңың,
Әйҙә, балам, уйнап-көл.
* * *
Ҡояш менән бергә тор,
Ялҡау булма, уңған бул.
Ҡояш нурҙары менән
Бәхеттәрең асылһын.
("Балалар фольклоры" китабынан.)