Өфөлә йәшәгән Салауат менән Рафаэль ял көндәрен, каникулдарын Бишбүләк районы Биҡҡол ауылында йәшәгән Флүр Хәлиуллин бабалары янында үткәрергә ярата. Чечня яуын үтеп ҡайтҡан офицер бабалары малайҙарҙы күп нәмәгә өйрәтә, иң мөһиме, тормошто аңларға, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өйрәтә.
Салауат быйыл 3-сө класҡа, ә ағаһы Рафаэль 9-сыға бара. Икеһе лә 161-се лицейҙа уҡый. Көрәш менән шөғөлләнәләр, йөҙөүгә йөрөйҙәр. Ҡалала йәшәһәләр ҙә, үҙ телдәрендә рәхәтләнеп һөйләшәләр. Улдарының киләсәктә дөрөҫ юл һайлауын, бәхетле, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫеүҙәрен теләй Фәнис менән Венера Хәлиуллиндар.