+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Бәпембә
12 Август 2021, 00:07

"Беҙ ауылдың шәп егеттәре!"

Еләк һатҡан аҡсаға әсәйем ҡаҙ бәпкәләре алды...

"Беҙ ауылдың шәп егеттәре!"
"Беҙ ауылдың шәп егеттәре!"

Көтөп алған йәйге каникулыбыҙ ҙа үтеп бара. Каникулда рәхәтләнеп ял иттек, Йүрүҙән йылғаһында һыу индек, футбол уйнаныҡ, еләк йыйып һаттыҡ. Һатҡан аҡсаға әсәйем ҡаҙ бәпкәләре алды. Шунан беҙгә тағы эш өҫтәлде, ҡустым Илһам менән ҡаҙ бәпкәләрен көтәбеҙ. Эй,күңелле ҡаҙ бәпкәләрен көтөүе!!! Уларҙы яратып, һәр хәрәкәттәрен күҙәтеп, һоҡланып ҡарайбыҙ. Әсәйем: ҡаҙҙар - изге ҡоштар, уларға таяҡ, таш менән һуғырға ярамай, ти. Ауылда күңеллерәк тип уйлайым, сөнки ҡала балалары ауылға килә, ауылда рәхәт ти улар. Йырҙа йырланғанса, беҙ ауылдың шәп егеттәре!

Инсаф ШӘМСЕТДИНОВ,

Салауат районы, Әлкә ауылы.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: