Ейәнсура районына өләсәйемә ҡунаҡҡа барып ҡайттым. Унда минең яратҡан дуҫым Ислам йәшәй. Уның менән бик күңелле үтте ял көндәрем. Өләсәйемә лә ярҙамлаштым - себеш ҡараштым, баҡсаға һыу ҡойҙом, һыйырҙы көтөүҙән ҡаршы алдым.
Илдус бабайыма мунса төҙөргә лә ярҙам итеп өлгөрҙөм. Ҙур булып үҫһәм, үҙемә лә шундай матур мунса төҙөрмөн әле.
Өфө ҡалаһында ла йәй рәхәт, күңелле үтә. Ағиҙел йылғаһында һыу инәбеҙ, каруселдәрҙә, самокатта йөрөргә яратам.
Быйыл фольклориада үтте. Унда ла булдым. Миңә бик оҡшаны.