+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Бәпембә
15 Июль 2021, 09:15

Был икәү әлегә белмәй...

"Йылы сәләм һиңә, көтөүле, сивешле, бөрмәкле бала сағым!"

Был икәү әлегә белмәй...
Был икәү әлегә белмәй...

Был икәү белмәй. Сатлама һыуыҡта туңған тиҙәкте эш бейәләйе менән тотоп, кәритәгә бырғатыуҙы ла. Ҡотоҡтан әле генә алып киленгән һыуҙы һыйырҙың ипләп кенә, нисектер, һуҙып-һөҙөп кенә эскәнен дә.

Был икәү әлегә күргәне юҡ. Яңыраҡ бәрәсләгән һарыҡтың биләмәһенә яҡынлаһаң, әсә малҡайҙың алғы тояҡтары менән туҡ та туҡ "йәне көйөңкөрәгәнен". Көтөүҙә туйып ҡайтҡан һыйырҙы бәләкәй ҡапҡа аша индергәндә һәүкәштең эсе ике яҡтан таҡтаға тейеп, ышырылып үтеп киткәнен дә.

Был икәү ишеткәне юҡ. Ҡайҙалыр оҙағыраҡ йөрөп килеп, ас өйрәктәрҙең күҙенә салынғас яңғыраған шау-шыу моңон.

Был икәүҙең әле шашып-шаярып, өйгә ҡайтҡыһы килмәгән быҙауҙы баҫтырғаны ла юҡ. Баҫыуҙа илай яҙып һыйыр артынан йүгереп, ҡайтҡас "спортивный салбарҙы" бөрмәктән таҙалауҙы ла күргән-белгәндәре юҡ.

Йылы сәләм һиңә, көтөүле, сивешле, бөрмәкле бала сағым! Ә беҙгә әлегә зоопарктар килә ярҙамға) Юҡтың иге, тигәндәй)

(Гөлсәскә МОСТАЕВА сәхифәһенән)

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: