0 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Бәпембә
12 Июль 2021, 21:41

"Һыу буйында балыҡсы..."

Шундай исем аҫтында балалар араһында бик ҡыҙыҡ ярыш ойошторолған бөгөн Бөрйән районы Әтек ауылында.

"Һыу буйында балыҡсы..."
"Һыу буйында балыҡсы..."

Ниндәй малай балыҡ ҡармаҡларға яратмай икән? Әтек малайҙары ла ярата. Малайҙары ғына түгел, ҡыҙҙары ла оҫта икән балыҡ тоторға! Ярыш иғлан ителгәс, билдәләнгән ваҡытта ҡармаҡтарын тотоп йылға буйына килеп тә еткәндәр. Әлбиттә эре-е-е балыҡтар эләкмәгән, шулай ҙа ваҡ балыҡтарҙы һәйбәт тотҡандар. Б. Азамат, И. Йәнгир, М. Ильяс иң йылғырҙары булған. 

Аҙаҡ тәбиғәт ҡосағында, йылға буйында тәмлекәстәр менән һыйланғандар. 

"Һыу буйында балыҡсы..."
"Һыу буйында балыҡсы..."
"Һыу буйында балыҡсы..."
"Һыу буйында балыҡсы..."
"Һыу буйында балыҡсы..."
"Һыу буйында балыҡсы..."
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: