+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Бәпембә
8 Июль 2021, 19:41

Cафияның бына шулай үтә йәйге матур көндәре!

Ә һеҙҙеке нисек үтә? Каникулда балаларығыҙ ҡайҙа барҙы? Нимәләр күрҙе? 

Cафия бына шулай үтә йәйге матур көндәре!
Cафия бына шулай үтә йәйге матур көндәре!

2 йәшлек Сафия әлеге ваҡытта Хәйбулла районында рәхәтләнеп өләсәһе менән олатаһында ял итә. Ике туған ағай-апайҙары менән туп, баҫтырыш уйнай, һыу инергә йөрөй, өләсәһенең тәмле ҡоймаҡтары, бауырһаҡтары менән һыйлана. Ейәндәр араһында иң бәләкәй булғас, уға иғтибар ҙур, яратып, иркәләп кенә торалар. Илаһа,  йыуатыусылар күп. Туғандары менән уйнап, аралашып теле тағы ла нығыраҡ асыла, үҙен күп балалар янында тоторға өйрәнә, ни тиһәң дә көҙ балалар баҡсаһына бара бит. Ана шулай үтә Сафияның йәйге көндәре.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: