-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
1 Июль 2021, 17:38

БУЛЛИНГ ХАҠЫНДА НИМӘ БЕЛӘБЕҘ?

Балалар, бигерәк тә үҫмерҙәр араһында уның аяуһыҙ була барыуына нимә сәбәпсе? 

Буллинг – коллективта бер кешенең икенсе берәүҙе үсекләүе, кәмһетеүе, ҡыйырһытыуы, юрамал яла яғыуы, хатта ҡул күтәреүе. Был ҡайҙан килеп сыға? Бер нисәһенә күҙ һалайыҡ.

1. Насар тәрбиә. Балалары менән шөғөлләнмәгән, үҙ-үҙҙәренә ҡуйылған ғаиләләрҙә күҙәтелә бындай күренеш. Ғәҙәттә ғаиләлә яҡшылыҡ күрмәгән, иғтибар, һөйөү тоймаған балалар араһында көсһөҙҙәрҙе түбәнһетеүҙән ҡәнәғәтлек алған ысын деспоттар үҫә.

2. Үҙ-үҙеңде раҫлау. Баланың комплекстары күп булғанда, башҡа кешеләргә һөжүм итеү – үҙ-үҙеңде раҫлауҙың бер ысулы булып тора. Ул башҡа ысулдар менән йәмғиәттә үҙ-үҙен күрһәтә алмай, ә кешене кәмһетеү һәт көс күрһәтеү өсөн аҡыл күп кәрәкмәй.

3. Ғаиләлә көс ҡулланыу. Әгәр бала даими рәүештә ата-әсәһе тарафынан көсләүгә дусар ителә икән, ул бәләкәй булыуы арҡаһында ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, шуға ла бала кеше асыуын класташтарына төшөрә башлай. Психологик проблемаһы хәл ителмәһә, мыҫҡыл итер өсөн өлкән йәштә лә ҡорбандар табасаҡ.

Буллинг барыһы өсөн дә тиҫкәре йоғонто яһай. Зыян күргән яҡтың комплекстары арта. Баҫымға түҙмәйенсә, үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыу осраҡтары ла йыш. Агрессор иһә холҡон үҙгәртергә ашыҡмай, шул арҡала өлкән йәштә бынан әллә күпме зыян күрә.

Буллинг балалар баҡсаһында ла, йыш ҡына тәрбиәселәр тарафынан, күҙәтелергә мөмкин. Уларҙың уйламай әйткән һүҙҙәре, киҫәтеүҙәре, көлөүҙәре, исем тағыуҙары тыуҙырырға мөмкин. Әммә бәләкәстәр араһында был йомшағыраҡ. Ә бына үҫмер ваҡытта ҡыйырһытыуҙар ҡәтғиләнә, ҡайһы берҙә ҡурҡыныс форма алыуы бар.

Балаларыбыҙҙы һөйөүебеҙҙән, иғтибарыбыҙҙан айырмайыҡ, әйткән һәр һүҙебеҙ, һәр ҡылығыбыҙ уларҙың яҙмышында йә ыңғай, йә кире йоғонто яһауйын онотмайыҡ.  

БУЛЛИНГ ХАҠЫНДА НИМӘ БЕЛӘБЕҘ?
БУЛЛИНГ ХАҠЫНДА НИМӘ БЕЛӘБЕҘ?
Читайте нас: