Маҡтансыҡ тейен мәкер-хәйлә ҡороп йөрөгән арала һылыу ғына бер туташ тейен еңеүсе хөрмәтенә үҙ ҡулынан шишмә һыуы эсергән, ти.
Икенсе тур ҙа килеп еткән. Был юлы кем бейегерәк һикерә, шул беренсе урынға сыға, имеш. Маҡтансыҡ тейен нисек кенә бейек һикерергә маташмаһын, ярлы тейен бында ла унан сосораҡ булып сыҡҡан. Уныһы тағы ла нығыраҡ асыуланған, ти. Үс алырға теләп, тағы ла мәкер уйларға тотонған был. Ни эшләргә? Уйлай торғас, бер эре генә сәтләүекте алған да, зарарлы үлән һуты менән ағыулаған да ярлы тейен янына килеп:
– Мә, еңеүсе, асығып киткәнһеңдер, тамаҡ туйҙырып ал! – тигән.
– Рәхмәт инде! Тик минең тамағым туҡ. Мине туташ тейен һыйлап өлгөрҙө! – ти икән ярлы тейен.
Ә эш былай булған. Маҡтансыҡ тейен мәкер-хәйлә ҡороп йөрөгән арала баяғы һылыу ғына туташ тейен еңеүсе хөрмәтенә үҙ ҡулынан тәмле сәтләүек ашатҡан, ти.
Ниһайәт, өсөнсө тур ҙа килеп еткән. Урмандағы иң шәп тейендәр уҙышҡа сыҡҡан. Бер-ике-өс тигәнгә атылып киткәндәр, ти, былар. Ағастан ағасҡа эй һикерәләр, эй осалар икән, ти. Бөтәһенән дә алдараҡ булып ярлы тейен килеп еткән. Хәҙер быны барыһы ла уратып алғандар. Ә теге маҡтансыҡ тейен ситтә генә тороп ҡалған, ти.
Ярыш бөтөр-бөтмәҫтән ярлы тейен һылыу туташ тейенде иҫенә төшөргән. Уның янына килгән дә:
– Рәхмәт һиңә, һылыу! Һинең ҡулыңдан алған татлы һыу, тәмле ризыҡ миңә көс бирҙе. Риза булһаң, һине өйөмә алып ҡайтам, атай-әсәйем менән таныштырам! – тигән. Улар арбаға тоҡ-тоҡ сәтләүектәрен тейәгәндәр ҙә, урманына ҡайтып киткәндәр, ти.
Шамил ЛОҠМАНОВ, 7-се һанлы мәктәп.
Учалы районы Миндәк ауылы.