Ниһайәт, өсөнсө тур ҙа килеп еткән. Урмандағы иң шәп тейендәр уҙышҡа сыҡҡан. Бер-ике-өс тигәнгә атылып киткәндәр, ти, былар. Ағастан ағасҡа эй һикерәләр, эй осалар икән, ти. Бөтәһенән дә алдараҡ булып ярлы тейен килеп еткән. Хәҙер быны барыһы ла уратып алғандар. Ә теге маҡтансыҡ тейен ситтә генә тороп ҡалған, ти.
Ярыш бөтөр-бөтмәҫтән ярлы тейен һылыу туташ тейенде иҫенә төшөргән. Уның янына килгән дә:
– Рәхмәт һиңә, һылыу! Һинең ҡулыңдан алған татлы һыу, тәмле ризыҡ миңә көс бирҙе. Риза булһаң, һине өйөмә алып ҡайтам, атай-әсәйем менән таныштырам! – тигән. Улар арбаға тоҡ-тоҡ сәтләүектәрен тейәгәндәр ҙә, урманына ҡайтып киткәндәр, ти.
Шамил ЛОҠМАНОВ, 7-се һанлы мәктәп.
Учалы районы Миндәк ауылы.